Ураҙа ғәйете уңайынан республиканың бөтә район-ҡалаларында байрам саралары ойошторолдо

Өфөлә өлкәндәр һәм балалар былау, туңдырма менән һыйланды, концерт ҡараны. Саф һауала үткән байрамда баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар күпләп ҡатнашты. Кескәйҙәрҙе дини йолаларға йәлеп итеү маҡсатында ойошторолған майҙансыҡта БЮТ ижади төркөмө лә булды. Байрамда БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким ҡатнашты.

Рамаҙан айы тамамланып Ураҙа ғәйете етеүҙе республикала йәшәүселәр һәр ваҡыттағыса ихлас ҡаршы алды. Өфөлә саф һауала ойошторолған байрам майҙанына йыйылыусылар ғәҙәттәгесә былау менән һыйланды. Изге айҙа ураҙа тотоусылар теләк-ниәттәр әйтеп доға уҡыны.

Ураҙаның шарты - йылына бер тапҡыр ай дауамында көндөҙ ашап- эсеүҙән тыйылып тороу. Ураҙа - ризыҡтан, насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу ғына түгел, ул мохтаждарға фитыр саҙаҡаһы биреү йолаһы ла. Ураҙа кешеләрҙә сабырлыҡ, тыныслыҡ, мәрхәмәтлек яратыу хисе тәрбиәләй.

Байрам майҙанында Ислам дине күргәҙмәһе, балалар өсөн уйындар һәм конкурстар ойошторолдо. Ураҙа тамамланып, 70 көн үткәндән һуң Ҡорбан байрамы билдәләнәсәк. Быйыл ул 28 июнгә тура килә.

Мосолман донъяһындағы иң мөбәрәк ике байрамдың береһе Ураҙа ғәйете - иман, ихтирам, изгелек сифаттары менән бәйле. Ай дауамында ризыҡтан тыйылып, насар уйҙарҙан арынып күңел сафлығына әйҙәүсе көн меңәрләгән кешене уртаҡ теләктәр менән берләштерә.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ