Бөгөн Өфөлә паром кисеүҙәре тәүге пассажирҙарын ҡабул итте

Быға тиклем алты берәмек үҙйөрөшлө флот техникаһы ремонт пункттарынан кисеүҙәргә барып торғайны. Тәүлек эсендә һуңғы әҙерлек эштәре тамамланып, йылға навигацияһына старт бирелде. Тәүге пассажирҙар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова аралашты.

Паром навигацияһының 77-се миҙгеленә старт бирелде. Өфөнөң «Дудкино» туҡталышы һәр ваҡыттағыса ихтыяж менән ҡуллана. Ҡариҙел йылғаһының икенсе ярында тиҫтәнән ашыу баҡсасылыҡ ширҡәте урынлашҡан. Һыу судноһының тәүге рейсы иртәнге сәғәт 8-ҙә ҡуҙғалды.

Паром хеҙмәттәре менән башлыса баҡсасылар файҙалана. Рәүис Насиров - һыу судноһында даими йөрөй. Әле лә миҙгел асылыуын ишетеү менән, баҡсаға юлланырға һәм ял көндәрен йорт мәшәҡәттәренә бағышларға була.

Судно менән капитан-механик Виталий Михальченко идара итә. Яңы миҙгелдең асылыуын барлыҡ экипаж түҙемһеҙләнеп көтөп алды, ти ул. Йылғасылар династияһын дауам итеүсе капитан-механик 28 йыллыҡ эш тәжрибәһенә эйә.

Паром кисеүе ҙур түгел. Ләкин күптәр өсөн теплоход - берҙән-бер транспорт сараһы, шуға күрә пассажирҙар ағымы көн дауамында туҡтамай.

Виталий Михальченко, «Циркон» һыу судноһы капитан-механигы

Быйыл Өфөлә алты паром кисеүе эшләйәсәк, уларҙың береһе йөк ташыу өсөн тәғәйенләнгән. Шулай уҡ һыу судноларының йөрөү ваҡытына үҙгәрештәр индерелгән. Тулыраҡ теҙмә менән уфапереправа.рф сайында танышырға мөмкин.

Пассажирҙар һәм йөк ташыу буйынса хеҙмәттәргә тариф былтырғы кимәлдә ҡалған, йәғни паромда йөрөү 33 һумға төшәсәк. Шул уҡ ваҡытта «Алға» һәм социаль карталары менән иҫәпләшергә мөмкин, был осраҡта юл хаҡы 28 һум. Ҡала халҡы йылға аша велосипед, йорт хайуандарын, ваҡ мал, мопед һәм мотоблоктар ташый ала. Улар өсөн айырым хаҡ билдәләнгән.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ