Проект 2019 йылдан һыналып килде. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 4 йылда транспорт картаһы менән түләү тәртибе ыңғай баһалана. Ошо ваҡыт эсендә республика халҡы “Алға” менән 532 миллион тапҡыр юл хаҡын түләгән. Әле системаға 68 транспорт компанияһы ҡушылған. “Башавтотранс” ҡала автобустарында “Алға” менән ҡулланғандар 28 һум түләп йөрөй.







