«Өфө» индустриаль паркында урынлашҡан предприятие йәйгә эш башлаясаҡ, унда иген эшкәртеү өсөн машиналар һәм ҡорамалдар етештереләсәк.
«Амкодор-Ағиҙел» Белорусия инвесторҙары проекты. Объект төҙөлөшө 2022 йылда башланған. Завод Өфөлә үтәсәк Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең унынсы юбилей форумы барышында асылыр тип көтөлә.
Кадрҙар һайлап алыу йыйылышында 56 кеше ҡатнашҡан, әле предприятиеға ун йүнәлеш буйынса 64 белгес - мастер, металл конструкциялар йыйыу буйынса слесарь, электр-газ менән иретеп-йәбештереүсе, станоктарҙы һәм манипуляторҙарҙы көйләүсе, инженер-технолог, киң профилле станоктар эшләүсе һәм башҡалар талап ителә. Ойошма эшкә урынлашырға теләүселәр өсөн уҡытыу курстары асырға ла ниәтләй.






