Уҡыу йортондағы шарттар менән республиканың төрлө-район ҡалаларынан килгән 8-се һәм 9-сы класс уҡыусылары танышты. Колледжда слесарь, иретеп- йәбештереүсе һәм башҡа эшсе һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләнә. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
Заман шарттарында слесарь һөнәре ҡул эше генә түгел. Алға киткән техника оҫта урынына материалды ҡырҡа, эшкәртә, иң мөһиме - кеше факторына бәйле хаталарҙы алдан кисектерә. Оҫтаға кәрәкле мәғлүмәтте флешкаға күсереп, ҡоролма эшен көйләп торорға кәрәк. Һанлы идара итеү ярҙамында слесарь эше күпкә ябайлаштырылды. Машиналар төҙөү колледжы оҫталары әйтеүенсә, компьютерҙа эш итергә уларға студенттар менән бер рәттән өйрәнергә тура килә.
Абитуриенттар Өфө машиналар төҙөү колледжының ысын мәғәнәһендә заманса уҡыу йорто булыуына инанды. Бында студенттар теоретик белем алып ҡына алмай, практик күнекмәләргә лә төшөнә. Алдынғы технологиялы ҡоролмалар федераль грант сиктәрендә һатып алынған. Бюджет аҡсаһына шулай уҡ уҡыу корпустары һәм дөйөм ятаҡ ремонтланған. Биналар төҙөк, яҡты һәм заманса.
Колледжда слесарь, электромонтер, иретеп- йәбештереүсе һәм башҡа эшсе һөнәрҙәргә эйә булырға мөмкин. Маҡсатлы уҡыу буйынса предприятиеларҙан 5 мең һумға тиклем стипендия ҡаралған. Производство практикаһында ла эш хаҡы түләнә.
Эшсе һөнәрҙәргә республикала ихтыяж юғары . Эш хаҡына килгәндә, Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә 70 мең һумдан вәғәләйҙәр. Ә Өфө машиналар төҙөү колледжында быйыл бюджет урындары 500-гә тиклем артҡан. Абитуриенттарҙы ҡабул итеү 15 июндән башлана.
Рәзилә Ғиниәтуллина



