Бөгөн иртәнге сәғәт 10-сы яртыла Дүртөйлө- Нефтекама юлындағы Яңы Бейектау ауылы эргәһендә «Мазда СХ-9» еңел автомобиле менән «Пежо Боксер» микроавтобусы бәрелешкән.
Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм башҡа ашығыс ярҙам хеҙмәттәре саҡырыла. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе һәләк булған. Йәрәхәт алған пассажиры медицина хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүе аҫтында. «Өфө-Ижевск» маршрут микроавтобусы эсендә 14 кеше булған, уларҙың 10-һы дауаханаға оҙатылған. Әле трассала реверсив хәрәкәт ойошторолған, юл-транспорт һәләкәте сәбәптәре асыҡлана.
Дәүләкән районында ла үлемесле авария теркәлде. ВАЗ автомобиле водителе электр бағанаһына бәрелгән. Юл-транспорт фажиғәһендә йәш ярымлыҡ баланың ғүмере өҙөлгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға мәлендә автомобиль салонында 5 кеше, шул иҫәптән өс бала булыуын, водителдең рулгә эскән килеш ултырыуын асыҡлай. Осраҡ буйынса тикшереү башланған



