Яңыртылған мәсеттә Ураҙа ғәйете. Туймазы районы Япрыҡ ауылы халҡы изге байрамды көтөп алған. Рамаҙан айының мөбәрәк байрамын улар капиталь ремонттан һуң яңыртылған иман йортонда ҡаршыланы.
Япрыҡ ауылындағы был күркәм мәсет 26 йыл элек төҙөлгән. Ошо ауылдан сыҡҡан уңышлы эшҡыуар Фәрит Тимербаевтың иман йорто төҙөү тәҡдимен ауылдаштары ла хуплай, ярҙам ҡулы һуҙа. Мәсет 1997 йылда асыла. Япрыҡ мәсете сирек быуаттан ашыу халыҡты иманға саҡырып тора. Ауыл имамы Флорид Әхмәтшин дини йолаларҙы үтәй, ә Таһир Нәсибуллин дингә тартылыусыларҙы ғәрәп графикаһына өйрәтә.
Ауылдың әүҙем йәмәғәтселәре Миңнур Ғәйфуллин менән Гөлназ Шакирова иман йортон яңыртыу тәҡдимен индергән. Мәсеттә капиталь ремонт үткәреүгә халыҡтан 250 мең һум аҡса йыйылған. Иман йортоноң ике бүлмәһендә лә иҙән, ишектәр, түшәм яңыртылған, светильниктар, йыһаздар һатып алынған.
Вафатынан һуң Япрыҡта иман йорто төҙөүсе хөрмәтенә Фәрит мәсете тип йөрөтөлә башлай. Бинаның стенаһына иҫтәлекле таҡтаташ та ҡуйылған.
Ураҙа ғәйетен дә ауыл халҡы изге доғалар уҡып, мул табын ҡороп ҡаршыланы. Мәесеттә капиталь ремонт үткәреүесе штукатур-малярҙар, ағас һырлау оҫталары, электриктар, балта, оҫталары -бөтәһе лә байрамға саҡырылды. Ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уңғандарға рәхмәт хаттары, иҫтәлекте бүләктәр тапшырылды.
Капиталь ремонттан һуң бина эстән дә, тыштан да балҡып, тирә-яҡҡа нур сәсеп тора.Япрыҡ ауылы мәсетенә Ураҙа ғәйетенә йыйылыусы диндарҙар изге йорттоң халыҡҡа тағы ла оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеүен теләй.
Гүзәл Борханова






