«Өфө мунсағы» маршруты буйлап йүгереү. Баш ҡалала физкультура-спорт фестиваленең яңы миҙгеленә старт бирелде. Урманлы биләмәлә еңел атлетика һәм спорт йүнәлеше буйынса ярыштар уҙғарылды. Турнирҙа мәктәп уҡыусылары, студенттарҙан тыш, хаҡлы ялдағылар ҙа үҙ көсөн һынаны.
Картала билдәләнгән контроль нөктәләрҙе урман биләмәһендә тиҙерәк эҙләп табырға кәрәк. Бының өсөн ҡулда компас та бар. Уның менән дөрөҫ эш иткәндә, маршрутты еңел һәм уңышлы үтергә мөмкин. Ярышта өс йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Өфөләрҙән тыш, старт һыҙығына башҡа район-ҡалаларҙан да спорт һөйөүселәр баҫты. Иң йәшенә һигеҙ йәш булһа, иң өлкәне һикһәнен тултырған. Һәр йәш категорияһында йүгереү араһы, ҡаршылыҡтар айырыла.
Урман зонаһында утыҙ контроль пункт билдәләнгән. Һәр ҡайһыһының номеры яҙылған. Спортсылар махсус чип ярҙамында үҙҙәренең маршрутын теркәп барырға тейеш, юғиһә, ҡаршылыҡ үтелмәгән тип һанала. Етеҙлектә йәштәрҙән өлкәндәр ҙә ҡалышманы, ветерандарҙың был спорт төрөндә тәжрибәһе лә күберәк.
Спортсылар өсөн насар һауа торошо юҡ. Яуым-төшөм булыуға ҡарамаҫтан, еңел атлетика буйынса ярыш та ҡыҙыу үтте. Барлығы ике йөҙҙән ашыу кеше ярты саҡрымлыҡ ара йүгерҙе.
Фестиваль «Өфө мунсағы» тип осраҡлы ғына аталмаған. Баш ҡалала уңышлы тормошҡа ашырылған проект спорт сараһы аша билдәләнгән. Власть органдары йәйәүлеләр һәм велосипедта йөрөүселәр өсөн үҙенә күрә магистраль булдырып, Өфө райондарын үҙ-ара берләштерә.
Төҙөкләндерелгән биләмәләрҙе мәғәнә менән тултырыу маҡсаты ҡуйылған. Йәғни, халыҡты ылыҡтырыу өсөн төрлө спорт саралары ҡаралған. Бөгөнгө фестиваль дә йыл дауамында уҙғарыласаҡ ярыштарға старт бирҙе. Бында еңел атлетика менән шөғөлләнеүчселәр генә түгел, үҙ көсөн саңғысылар ҙа һынаясаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина



