"Бәләкәй география диктанты" тигән акция уҙғарыла. Уны Рус география йәмғиәте ойоштора. Һорауҙар Башҡортостан биләмәләренә ҡағылышлы була. Акция 25 апрелдән 30-ына тиклем онлайн рәүештә үтә. Шулай уҡ һорауҙарға Өфө китапханаларында яуап бирергә мөмкин.







