Быйыл һайлап алыу турында 15 милләт вәкиле ҡатнашырға теләк белдергән, 7 гүзәл зат финалға сыҡҡан.
Бәйгенең гала концертында башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк, удмурт, мордва, марый халыҡтары гүзәл заттары сығыш яһаны. Һәр бер конкурсант үҙ халҡы йолаларын һәм тәрәнлеген күрһәтә алды. «Тамашасы һөйөүө»номинацияһында башҡорт ҡыҙы Камилә Яҡупова иң күп тауыш йыйһа, ҡаҙаҡ ҡыҙы Камилә Мырҙаханова Гран-при яуланы. Конкурс Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарылды.



