«Аҡбуҙат» ипподромында ат спорты төрө - конкур буйынса ярыш үтте

Һыбай килеш 140 сантиметрға тиклем бейеклектәге ҡаршылыҡтарҙы үтергә илленән ашыу кеше теләк белдергәйне. Еңеүселәр төрлө йәш арауығында билдәләнде. Башҡортостандың спорт министрлығы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған сара ябыҡ манежда уҙғарылды, киләһе турнирҙарҙы асыҡ ерҙә үткәреү планлаштырылған.

Ырымбур өлкәһенән Юлия Полушкина «Бриллиант» ҡушаматлы аты менән уңышлы сығыш яһап, турнирҙың һәр ваҡыттағыса юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне.

«Аҡбуҙат» ипподромындағы ярыштар бик оҡшай. Беҙ асыҡ майҙанда ла, ябыҡ манежда ла уҙғарылған турнирҙарҙы ҡалдырмайбыҙ. Һәр ваҡыт уңышлы сығыш яһайбыҙ, атмосфера яҡшы, судьялар ғәҙел.

Юлия Полушкина, ярышта ҡатнашыусы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ