Янғынды һүндереүҙә ҡотҡарыусыларҙан тыш, Иҫке Туҡмаҡлы ауыл биләмәһе ирекмәндәре лә ҡатнашҡан. Зыян күреүселәр юҡ. Дөйөм алғанда, йыл башынан ҡоро үлән яныу буйынса 636 осраҡ теркәлгән. 54-е уҙған ял көндәре һүндерелгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 апрелдә индерелгән республикала янғынға ҡаршы айырыуса режим ғәмәлдә ҡала.



