Оператив мәғлүмәттәр буйынса әле Иглин ауылында юл участкаһын, Миәкә районында Сурай һәм Мәнәүезтамаҡ ауылдары араһындағы күперҙе, Сибайҙағы гидротехник ҡоролманы һыу баҫыуға бәйле хәл контролдә тотола. Шул уҡ ваҡытта 14 апрелдә Башҡортостанда һалда йөҙөү миҙгеле башланды.
Белгестәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Махсус турист кәрәк-яраҡтары, ҡотҡарыу жилеты һәм 12-15 метрлыҡ бау-арҡан әҙерлек һыҙығында булырға тейеш. Эскән килеш һыу төшөү, балаларҙы яр буйында яңғыҙ ҡалдырыу тыйыла.






