Кушнаренко районында билбау көрәше буйынса Башҡортостан беренселеге үтте

2009-2011 йылғы уҡыусылар араһында ойошторолған ярыш ветерандар араһында билбау көрәше буйынса Донъя чемпионы Фәнис Ҡотдосов иҫтәлегенә арналды. Үҙ көсөн республиканың төрлө төбәктәренән 200-ҙән ашыу ҡыҙ һәм малай һынап ҡараны. Ҡыҙыу алыштар барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.

Келәмдә Башҡортостандың йәш батырҙары. Улар билбау көрәше буйынса үҙ оҫталыҡтарын күрһәтә. Спорттың был төрө буйынса ярыш Кушнаренко районында беренсегә үтә. Ойоштороусыр республика беренселеген билдәле көрәшсе Фәнис Ҡотдосовтың яҡты иҫтәлегенә арнаған.

Фәнис Ғәзиз улы Кушнаренко районы Иҫке Туҡмаҡлы ауылында тыуған. Бала саҡтан спорт менән мауыға, мәктәп йылдарында милли көрәш буйынса Башҡортостан, һуңынан Рәсәй чемпионы исемен яулай. Ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем яратҡан шөғөлөнән айырылмай. Оло йәшенә ҡарамаҫтан ул ветерандар араһында донъя чемпионы исеменә лайыҡ була.

Фәнис Ҡотдосов 82 йәшендә арабыҙҙан китә. Уның хеҙмәт юлын тәрбиәләнеүселәре дауам итә. Билбау көрәше буйынса Башҡортостан беренселегенең дә тап улар ойошторҙо. Бер юлы ике келәмдә 2009-2011 йылғы уҡыусылар бил алышты. Малайҙар менән бер рәттән, ҡыҙҙар ҙа үҙ көстәрен һынаны.

Йәш көрәшселәрҙең оҫталығын абруйлы судьялар баһаланы. Мәҫәлән, Артур Зөлҡәрнәев 6 тапҡыр донъя чемпионы. Әле ул яҡын көндәрҙә Грозныйға үтәсәк Рәсәй беренселегенә әҙерләнә. Ошондай билдәле спортсылар үҫеп килгән йәш быуынға оло үрнәк булып тора.

Ярыш һөҙөмтәлре буйынса еңеүселәр һәм призерҙар кубоктар, миҙалдар, шулай уҡ маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Ойоштороусылар Фәнис Ҡотдосов иҫтәлегенә турнирҙы йыл һайын уҙғарырға килеште.

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ