Күп милләттәрҙе берләштергән Башҡортостанда сыуаш теле көнө уңайынан тарихи-мәҙәни саралар үтә. Өфөлә Сыуаш республикаһы делегацияһы Йәкшәмбе мәктәбенең 30 йыллыҡ юбилейында ҡатнашып, баш ҡаланың иҫтәлекле урындарында булды. Тулыраҡ мәғлүмәт хәбәрсебеҙ Флорида Ким яҙмаһында.
Уҡытыусыны иғтибар менән тыңлап һәр һүҙҙе ҡабатлаған малай-ҡыҙҙар сыуаш телен өйрәнә. Башҡортостанда тыуып үҫкән балалар Сыуаш республикаһынан алыҫ йәшәйҙәр, әммә һәр милләт туған телен белеп үҫеп, әсә телендә аралашырға хоҡуҡлы. Рәсәйҙә сыуаш теле көнөнә ярашлы, был көн телде үҫтереүгә булышлыҡ иткән ғалим, филолог Иван Яковлевтың тыуған көнө менән тура килә. Байрам уңайынан Башҡортостанда үткән юбилей сараларында Сыуаш республикаһы делегацияһы ҡатнашты.
Сыуаш теле - төрки телдәрҙең береһе. Сыуашстандың дәүләт теле Башҡортостанда, Татарстанда, Һамар, Ульяновск өлкәләрендә лә киң таралған. Башҡортостанда cыуаш телен уҡытыу 27 мәктәптә һәм 4 мәктәп филиалында алып барыла.
Башҡортостанда 120 меңгә яҡын сыуаш вәкиле иҫәпләнә. Уларҙың күбеһе Ауырғазы, Шаран, Бишбүләк райондарында, Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Бәләбәйҙә төпләнгән. Республикала сыуаш телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау өсөн даими осрашыуҙар, конкурстар, милли байрамдар, күргәҙмәләр ойошторола. Баш ҡалала эшләп килгән сыуаш Йәкшәмбе мәктәптәрендә меңдән ашыу бала белем ала.
Сыуаш Йәкшәмбе мәктәбе асылыуға быйыл 30 йыл һәм ошо йылдар дауамында учреждениены Иван Тарасов етәкләй. Сыуаш мәҙәниәтен үҫтереүгә, телде һаҡлауға ҙур өлөш индергән педагог ҡатнашлығында милләт-ара дуҫлыҡ көсәйә, ике арала яңынан-яңы проекттар барлыҡҡа килә.
Дүрт быуат элек Башҡортостанда төпләнгән сыуаштар күп милләтле республиканың айырылғыһыҙ, сағыу бер өлөшө. Халыҡ иҫәбе буйынса сыуаш милләте күп булмаһа ла улар бай мәҙәниәтен, үҙенсәлеген һаҡлап был мираҫты йәштәргә тапшырыу өсөн ҙур һәм яуаплы эш алып бара.
Флорида Ким



