Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров объекттың төҙөлөш барышы, бинаның уңайлыҡтары менән танышҡандан һуң белдерҙе. Бөгөн республикала 20 меңдән ашыу кеше дауалап булмаған сирҙәрҙән яфалана. Шуға күрә хоспис нигеҙендә паллиатив ярҙам кафедраһын, ирекмәндәр үҙәген булдырыу күҙаллана. Әле учреждениеға тәғәйенләнгән медицина ҡорамалдарының 80 проценты һатып алынған, хоспис кадрҙар туплау менән мәшғүл. БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова дауам итә.
Өсөнсө курс студенттары хоспис бүлмәләрен биҙәй. Йәштәр эште бар күңелен һалып башҡара, сөнки тиҙҙән бында паллиатив ярҙамға мохтаж кескәйҙәр йәшәйәсәк. 20 бүлмәнең стеналарын биҙәү Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы студенттарына йөкмәтелгән.
Хоспис дауалағыһыҙ сирле ололар һәм балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн төҙөлгән. Дауалау учреждениеһынан айырмалы, ул һәр ваҡыт асыҡ. Хоспистың төҙөлөш барышы менән республика башлығы Радий Хәбиров танышты.
Социаль учреждениела бассейн, китапхана, ҡышҡы баҡса, ата-әсәләр һәм туғандар өсөн бүлмәләр бар. Шулай уҡ хосписта мосолман һәм православ диндәгеләр өсөн айырым бүлмәләр йыһазландырылған. Өйҙән сыға алмай бер бүлмәлә көн күргән сирлеләр стационарҙа тулы тормош менән йәшәү өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылған.
Медик-социаль учреждение ярҙамына бөгөн республикала йәшәүсе бер меңдән ашыу бала мохтаж, шуға күрә киләсәктә стационарҙа урындар күбәйеүе ихтимал, тине республика башлығы. Бынан тыш, хоспис медицина университеты һәм колледждары менән хеҙмәттәшлек итеп, урында паллиатив ярҙамға бәйле уҡыу һәм волонтерҙар үҙәген булдырырға ниәтләй.
Хоспис меңдәрсә кеше тырышлығы менән төҙөлгән. Изге эшкә берәүҙәр төҙөлөш материалдары, медицина ҡоролмалары менән ярҙам итһә, матди ярҙам күрһәтһә, икенселәр бинаны йыйыштыра, тәртипкә килтерә. Улар барыһы ла ярҙамға мохтаж сирлеләрҙең тормошон еңеләйтеүгә үҙ өлөшөн индергән.
60 урынға иҫәпләнгән стационар 13 мең квадрат метр майҙанда урынлашҡан. Әле урында төҙөкләндереү эштәре тамамланыу алдында. Хоспис биләмәһендә ағастар, сәскәләр ултыртыла, ул йәй үҙ эшен башлар тип көтөлә. Шулай уҡ учреждениела паллиатив ярҙам күрһәтеү буйынса уҡытыу үҙәген асыу күҙаллана.
Лилиә Мәҡсүтова




