Бөрөлә йәшәүсе эшҡыуар Дмитрий Зырянов ғәҙәти булмаған бизнес асҡан

Ул һанлы программалы идара итеү станоктарын етештерә. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙған.

Йүнсел 2019 йылда үҙ гаражында ҙур булмаған оҫтахана аса. Токарь станоктарында ул металлдан тәүге деталдәрҙе етештерә башлай. Йылдан -йыл эшҡыуарҙың бизнесы үҫешә, ул оҫтахананы ҙурыраҡ майҙанға күсерә. Шул уҡ ваҡытта йүнсел һанлы программалы идара итеү станоктарын эшләп ҡарарға була. Яңы иҡтисади шарттарҙа, ил импорт алыштырыу системаһына күскәндә бындай ҡоролмаларға ихтыяж ҙур.

Үҙ цехтарында Дмитрий Зырянов деталдәрҙең һыҙмаларын эшләй, аҙаҡ заказ буйынса изделиеларҙы йыя. Эшҡыуар етештергән станоктар сәнәғәт тармағында ҙур һорау менән файҙалана. Юғары сифатлы һәм сағыштырмаса түбән хаҡҡа һатылған продукция конкурентлыҡҡа һәләтле. Киләсәктә эшҡыуар етешетереү майҙанын киңәйтергә ниәтләй, яңы цех төҙөү һәм уның өсөн ер бүлеү буйынса инвестиция проекты Бөрө хакимиәтендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡаралды.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ