Баш ҡаланың Нижегородка биҫтәһендәге төп урам «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә ремонтлана. Бында 640 метрҙа асфальт алыштырыласаҡ. Әле эшселәр иҫке юл япмаһын алыу менән шөғөлләнә. Бөгөн-иртәгә яңы асфальттың тәүге ҡатламы һалына башлаясаҡ.
Рига урамын төҙөкләндереү Нижегородкалағы ҙур автомобиль юлы ҡулсаһын тәртипкә килтереүҙең дауамы. Микрорайонда йәшәүселәр өсөн был мөһим транспорт артерияһы. Шуға ҡарамаҫтан ул оҙаҡ йылдар ремонтланғаны юҡ.
Юлдарҙың төҙөкләндерелеүе социаль объекттар өсөн дә яңы һулыш бирәсәк. Киләсәктә Нижегородкала ябыҡ типтағы спорт манежы төҙөү ҡарала. Әле уны проектлау, инвестор менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Быйыл футбол майҙансығын төҙөкләндереү башлана. Стадион кәртәләнеп, яңы ҡорамалдар урынлаштырылғас, йүгереү өсөн юлдар һалынасаҡ.






