Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына бөгөн «Июнь» сауҙа үҙәге алдында бесән төктәре яныуы тураһында шылтыратыу килгән. Ваҡиға урынына юлланған ҡотҡарыусылар асыҡлауынса, ут Комсомол урамы буйлап хәрәкәт итеүсе «Митцубиси FUSO» йөк автомобиленә тейәлгән бесәнгә ҡапҡан. Водитель хәүефле йөктө сауҙа үҙәге парковкаһында бушатып өлгөргән. Әлеге ваҡытҡа янғын һүндерелгән, зыян күреүселәр теркәлмәгән.



