Уны йылдағыса урындағы «Иман нуры» мәсете уҙғарҙы. Байрам йәш быуынды ислам ҡанундарына ярашлы тәрбиәләү, дингә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Балалар өсөн ойошторолған байрамға төрлө тарафтарҙан йыйылыусы малай-ҡыҙҙар күңел асыу сараларында, спорт ярыштарында ҡатнашты. Кескәйҙәр һүрәт төшөрҙө, конструкторҙар йыйҙы, үҫмерҙәр тоҡ кейеп тиҙлеккә йүгерҙе, уҡтан атты. Сәхнәлә Ҡөрьән уҡыу бәйгеһе үтте. Шулай уҡ майҙанда йәрминкә лә эшләне. Сара аҙағында һәр кем былау һәм йылы сәй менән һыйланды.



