Тәҡдимде Республика Башлығы Радий Хәбиров күтәреп сыҡҡан. Был турала бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында иғлан ителде. Парламент ултырышында шулай уҡ ҡануни үҙгәрештәр, өҫтәмәләр хаҡындағы закон проекттары ҡаралды, министрлыҡ-ведомство етәкселәренең отчет сығыштары тыңланды. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Константин Шаһиморатов үҙ сығышында бюджет өлкәһендәге закон боҙоуҙарға, етешһеҙлектәргә туҡталды. Былтыр бөтәһе 6 административ һәм 3 енәйәт эше ҡуҙғатылған. 8 чиновник эшенән бушатылған, 27-һе дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған. Дөйөм алғанда аудиторҙар 20 миллиард һумға яҡын суммаға төрлө етешһеҙлектәр асыҡлаған.
Парламент ултырышында ҡануни документтар ҙа ҡаралды. Башҡортостан башлығы тәҡдиме менән республикала генерал Миңлеғәле Шайморатов исемендәге миҙал булдырыла. Мәғлүм булыуынса, 3 йыл элек төбәктә Шайморатов ордены тапшырыла башлағайны.
Дәүләт наградаһы йәмғиәт тәртибен һаҡлауҙа, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа, үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып гражданлыҡ йәки хеҙмәт бурысын үтәгәндә ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән Башҡортостан кешеләренә тапшырыла. Йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре фекеренсә, республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре даими хәстәрлек менән сорнап алынған. Был награда ла иғтибарлы мөнәсәбәттең бер сағылышы булып тора.
Депутаттар ҡарамағына йәмғеһе 4 тиҫтәнән ашыу закон проекты сығарылды. Улар араһында социаль өлкәгә ҡағылғандары ла, илһөйәрлек рухын тәрбиәләүгә йүнәлтелгәндәре лә бар. Мәҫәлән, тәрбиә алынғандарҙы ғаиләләге балалар уҡыған мәктәпкә биреү йәки байрамдарҙа дәүләт символдарын ҡулланыу тәртибе.
Ултырышта эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил дә сығыш яһаны. Ирина Абрамова үҙ докладында бизнесҡа ярҙам саралары, эшҡыуарҙарҙы борсоған проблемаларға туҡталды.
Рәмзиә Кәримова




