Өфө мэры Ратмир Мәүлиев, Башҡортостан буйынса Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы етәксеһе Анна Казак Октябрь проспектына йүкәләр ултыртты. Һәр үҫентегә ултыртыусының шәхси куар-коды ҡуйылды. Йәғни, ағас һәм уны ултыртыусы тураһында мәғлүмәт менән махсус реестрҙа танышырға мөмкин.
Акцияла 8 ағас ултыртылды, ә 28 апрелгә тиклем урамда 100 үҫенте ҡалҡып сығасаҡ. «Ҡала халҡы аллеяһы» илдә иң оҙон йәшел артерия булмаҡсы. Киләсәктә ойоштороусылар аллеяға ҡала үҫешенә тос өлөш индергән граждандарҙың стелаларын ҡуйырға ла ниәтләй.






