Башланғысҡа ярашлы, студенттарға һәм уҡыу йортон тамамлаусыларға төрлө ойошмаларҙан эш урындары тәҡдим ителә. Ҙур предприятие вәкилдәре йәштәргә эш талаптары, хеҙмәт хаҡы, һөнәри үҫеш тураһында мәғлүмәт биреп, килешеү төҙөргә саҡырҙы.
«Карьера үҫеше» проекты йәштәр араһында эшһеҙлек проблемаһын кәметеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бынан тыш, төбәк предприятиелары өсөн был йәш кадрҙарҙы эшкә йәлеп итеү өсөн уңайлы мөмкинлек. Быйыл старт алған проект сиктәрендә студенттар һәм уҡыу йортон тамамалаусылар өсөн ярты йыллыҡ түләүле стажировка ҡаралған. Һөҙөмтәләр уңышлы булған осраҡта, уны үтеүсе өсөн предприятиела эшкә ҡалыу мөмкинлеге бар.



