Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шишмә районындағы 12-се айырым гвардия инженер бригадаһында булып, Даян Мурзин исемендәге дүртенсе ирекле батальон яугирҙары менән осрашты. Яҡын арала подразделение хәрби әҙерлек үтеү урынына юллана һәм тактик әҙерлек тамамланғандан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыласаҡ.
Төбәк етәксеһе батальон яугирҙары менән аралашып, Ватан һағына баҫырға ҡыйыулыҡ күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтеләсәк тип ышандырҙы. Һорауҙар менән министрлыҡ вәкилдәренә лә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Төбәк етәксеһе яугирҙарға бер-береһенә ярҙам итергә, командирҙарҙың күрһәтмәләрен теүәл үтәргә һәм еңеү менән өйҙәренә ҡайтыуҙарын теләне.




