Халыҡ башланғыстарына ҡанат ҡуйып. «Торатау» конгресс-холлында «Айыҡ ауыл граждандар инициативалары һәм социаль тәжрибә», - тип аталған төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Форум барышында 4 йыл дауамында республикала уҙған айыҡлыҡ бәйгеләрен фәнни нигеҙгә ҡороу, тупланған тәжрибәне системалаштырыу маҡсатында уҙҙы. БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.
Белорет районы Ишле ауылы биләмәһе икенсе йыл рәттән «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша. Быйыл бәйгелә Оло йылға ауылы көсөн һынап ҡараны. Конкурс тура мәғәнәһендә урындағы халыҡты берләштерергә, уртаҡ маҡсаттар менән йәшәргә мөмкинлек бирҙе ти, хакимиәт башлығы Фәнис Даниянов.
«Айыҡ ауыл» конкурсы этәргес биргән халыҡ башланғыстарына иң сағыу миҫал Көйөргәҙе районы Яҡут ауылы. Улар ҙа конкурста ҡатнашты. Әле ауыл алкоголдән азат биләмә тип иғлан ителгән. Яҡутта иҫеркес эсемлектәр һатыуҙы тыйыу Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа раҫланған закон менән нығытылды.
«Айыҡ ауыл» коллектив үҙаңды уятырға мөмкинлек бирә,- тигән фекерҙә Башҡортостандың стратегик тикшеренеүҙәр институты ғилми хеҙмәткәре Гөлдәр Әхмәтова. Фәнни ойошма Бөтә донъя ҡоролтайы башҡарма комитеты заказы буйынса социология тикшереүе үткәргән. Унан күренеүенсә, айыҡлыҡ хәрәкәте төбәктәге социаль-иҡтисади мәсьәләрҙе хәл итергә юл аса. Иң мөһиме был эштән халыҡ та ситләшмәй.
«Айыҡ ауыл» республика конкурсын ойоштороу һәм уҙғарыу операторы булып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы торһа ла, уның һөҙөмтәләре власть өсөн дә мөһим. Халыҡты сәләмәтләндереү, ауылдарҙың үҫеше дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Әммә халыҡ үҙгәрештәрҙе үҙ итергә, унда ҡатнашыуы мөһим.
4 йыл эсендә конгкуста 5 меңдән ашыу ауыл ҡатнашҡан. 39 ауыл бәйгенең республика этабында еңеп сыҡҡан. 5 мең самаһы спорт һәм 4 мең күләмле мәҙәни сара ойошторолған. Ҡыҫҡаһы, был йүнәлеш буйынса Башҡортостанда бай тәжрибә тупланған. Әле уны системаға һалыу, айыҡлыҡ хәрәкәтен фәнни нигеҙҙә ойоштороу көн талабы.
Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Башҡортостан Волга буйы федераль округындағы иң айыҡ төбәк тип танылған. Был ҡаҙаныштарҙа әлбиттә, һуңғы йылдарҙа ойошторолған айыҡ ауыл конкурстарының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Шуларҙы иҫәпкә алып Башҡортостан тәжриәбәһен, Рәсәй күләмендә ҡулланыу мөһим тигән фекерҙә Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Шолбан Ҡара-оолу.
Алкоголь һатыуҙы тотошлай тыйырға ла мөмкин. Әммә илдәге үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда иғлан ителгән «ҡоро закон» эҙемтәләре күптәргә яҡшы таныш. Өҫтән төшкән тыйыуҙар менән генә алға китеп булмай. Шуға ла эскелектән баш тартыу башланғысы тәү сиратта халыҡтан килергә тейеш тигән фекерҙә белгестәр. Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәләре лә раҫлай.
Рафиҡ Әхмәтшин



