Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Астафьев хәрби иҫтәлектәре менән бүлеште

Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү хәбәрен телефондан ҡабул итеп яуҙаштарына үҙе еткергән. 97 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Астафьев хәрби иҫтәлектәре менән бүлеште. Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауылында ғүмер итеүсе яугир менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева аралашты.

Помидорҙы баҡсалағы йылы япма аҫтына күсерергә, картуф ултыртырға ла өлгөргәндәр. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Дмитриевич менән тормош иптәше Валентина Григорьевна Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауылындағы ыҡсым ғына йортта йәшәй. Ер участкаһы ҙур булыуға ҡарамаҫтан, уны тәртиптә тоталар. Өлкәндәр бында ун йылдан ашыу ғүмер итә. Өфөлә бөтә уңайлыҡтары булған фатирҙарын ҡалдырып ҡала- шау-шыуынан тәбиғәт ҡосағына күскәндәр.

Николай Дмитриевич Башҡортостанға ете йәшендә Воронеж өлкәһенән ғаиләһе менән күсеп килгән. 14 йәшенән ауыр эшкә егелгән. Һал ағыҙыу менән шөғөлләнгән, Өфөләге фанера комбинатында, шырпы фабрикаһында эшләгән. 17 йәшендә хәрби хеҙмәткә алынған.

Бынан 80 йыл элек ул башҡа ир-егеттәр кеүек үк Ватанды һаҡлау өсөн ут эсенә ингән. Мәскәү, Ленинград, Псков, Эстония, Латвия. Хәрби икенсе һәм өсөнсө Балтик буйы, икенсе Белоруссия һәм икенсе Алыҫ Көнсығыш фронтында дошманға ҡаршы алышҡан. Һалдат бер нисә тапҡыр яраланған, контузия алған.

Еңеүҙе Польша һәм Чехословакия сигендә ҡаршы алған. 9 майға ҡараған төндә һөйөнөслө хәбәрҙе телефондан ҡабул итеп, полкташтарына еткергән.

Ветерандың күкрәген «Бөйөк Ватан һуғышында Германияны Еңгән өсөн», «Икенсе дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены» һәм юбилей миҙалдары биҙәй. Николай Астафьев өсөн ҡан ҡойош Японияның Харбин ҡалаһында тамамланған.

Минең ирем, уның ҡатыны вафат булғас, бергә булырға ҡарар иттек. Мөхәббәт булды тип әйтә алмайым, әммә арала ҙур хөрмәт бар.

Валентина Недешева ветерандың тормош иптәше

Яугир һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнашҡан. 15 йыл моторҙар эшләү заводында, артабан Үҙәк электрҙар селтәре ойошмаһында эшләгән, юғары йышлыҡлы электр линиялары һуҙыуҙа ҡатаншҡан. Тормош иптәше менән «Башкирэнерго» йәмғиәтендә таныша. Яҙмыш ҡушыуы буйынса парға бала һөйөү бәхете яҙмаһа ла, улар Валентина Григорьевнаның апаһының балаларын һәм ейәндәрен тәрбиәләргә ярҙам итәләр. Игеҙәк егеттәр Һуғыш ветеранының кәңәше буйынса хәрби юлды һайлаған. Өлкәндәр май байрамдарына уларҙың Мәскәүҙән ҡайтыуын көтә.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ