Башҡортостан Волга буйы федераль округында айыҡлыҡ рейтингында беренсе урынға күтәрелде

 Өфөлә үткән “Айыҡ ауыл: граждандар башланғыстары һәм социаль тәжрибә” тип аталған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында шул турала әйтелде. “Айыҡ тормошҡа юл ғаиләнән башланырға тейеш”, - ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.

Башҡортостан Волга буйы федераль округында айыҡлыҡ рейтингында беренсе урынға күтәрелде

Конференцияла “Айыҡ ауыл” конкурсының төп йүнәлештәре булған өс тема буйынса түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо, әүҙем кешеләр бүләкләнде. Конкурста ҡатнашҡан Шаран һәм Йәрмәкәй райондарынан ауыл биләмә башлыҡтары фекерҙәре менән бүлешә.

Башҡортостан Волга буйы федераль округында айыҡлыҡ рейтингында беренсе урынға күтәрелде

Сарала “Айыҡ ауыл” конкурсын әүҙем яҡтыртҡан журналистар ҙа бүләкләнде. “Юлдаш” радиоһында “Өфө һөйләй” тапшырыуында сәләмәт һәм айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалаған коллегаларыбыҙ Гүзәл Зарипова һәм Гөлназ Хәлитова Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Фото №1 - Башҡортостан Волга буйы федераль округында айыҡлыҡ рейтингында беренсе урынға күтәрелде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ