Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2020 йылдан 16 меңдән ашыу кеше дәүләт менән килешеү төҙөгән. Һәр бишенсе кеше аҡсаны эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә тотонған. Бының өсөн 350 мең һумға тиклем субсидия тапшырыла. Социаль контрактты шулай уҡ ҡайтанан һөнәр үҙләштереү, шәхси ярҙамсыл хужалыҡ булдырыу йәки ауыр тормош шарттарын еңеп сығыу өсөн тотонорға була. Быйыл 5 меңдән ашыу килешеү төҙөү ҡарала. Бының өсөн 731 миллион һум бүленә.







