Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған һәләтле уҡыусыларға, олимпиада еңеүселәренә, стденттарға ирекмәндәр таныҡлығы тапшырылды. Йәштәр үҙәктә ойошторолған сараларҙы үткәрергә, олимпиадаларҙа ҡатнашыусыларға ярҙам итәсәк. Штабтағы әүҙем эшмәкәрлек өсөн сығарылыш уҡыусыларына Берҙәм дәүләт имтихандарына өҫтәмә бал ҡушыласаҡ.
Йәштәрҙең һәләтен асыу һәм үҫтереү мәғариф учреждениеһында 5 йәштән 17 йәшкә тиклем балалар шөғөлләнә. Үҙәк Рәсәйҙең Сириус белем биреү үҙәге моделе буйынса эшләй. Унда уҡытыу өс ҙур йүнәлеш - фән, сәнғәт һәм спорт. буйынса алып барыла. 2022 йыл йомғаҡтарына ярашлы, Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй олимпиадаларында ҡатнашыу һөҙөмтәләре буйынса төбәктәр рейтингында Башҡортостан 10-сы урынды биләй.






