Картина баш ҡалала йәшәүсе замандашыбыҙ Юрий Ветлугин тураһында. Ул күптәргә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре булараҡ яҡшы таныш. Премьера алдынан осрашыуҙа фильмдың ижади төркөмө, прототибтары махсус саҡырылғайны. Сараға килеүселәр улар менән фотоға төшөп кенә ҡалманы, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да бирҙе.
Фильмдың ҡайҙа ижад ителеүен, кадр артындағы ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларҙың һәммәһенә лә яуап алды. Картина аша Өфөнөң аэропорт биләмәһен, Ленин урамын һәм Черниковка биҫтәһенең ҡайһы бер урындарын танырға мөмкин. Һуңғыһын режиссер кинематографияға килешле булыуын үҙе һайлаған.
Фильм 4 майҙан киң прокатҡа сыға. Ул Калининградтан Владивостокҡа тиклем 1200-ҙән ашыу кинотеатрҙа күрһәтеләсәк. Әйткәндәй, яҡын арала яҡташыбыҙҙың тормошонан сығып төшөрөлгән фильмдың премьераһы илдең баш ҡалаһында ла үтер тип көтөлә.



