Экспозиция Башҡортостан рәссамдар союзы, Хәрби комиссариат, Афған һәм махсус хәрби операция ветерандары йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе тарафынан ойошторолған. Билдәле ҡыл ҡәәлм оҫталарының һәм йәш ижадсыларҙың картиналары менән баш ҡаланың мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә танышырға мөмкин. Күргәҙмәнең төп маҡсаты - Ватан һағына баҫҡан ир-егеттәрҙе Еңеүгә ҡеүәтләү.
Күргәҙмәгә Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Камил Буҙыҡаевтың карикатуралары ла ҡуйылған. Ижади эштәрендә ул халыҡ-ара кимәлдә алып барылған сәйәсәткә үҙ ҡарашын юмор аша белдерә.



