Игорь Комаров, Радий Хәбиров һәм Руслан Цаликов Шишмә районында урынлашҡан «Патриот» паркында булды

Программист булаһығыҙмы, агрономмы,... әммә һәр һөнәрҙә лә ысын ир булып ҡалыу мотлаҡ. Был сифаттарҙы «Патриот» паркында үҙләштерергә мөмкин. Һәм ошо тәжрибәнең һис шикһеҙ көндәлек тормошта ла кәрәге тейәсәк , тине Рәсәй оборона министрының беренсе урынбаҫары Руслан Цаликов. Хәрби ведомство вәкиле бөгөн Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Камаров һәм республика башлығы Радий Хәбиров оҙатыуында Шишмә районында урынлашҡан Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркына барҙы.

Паркта «Авангард» уҡытыу -методика үҙәге эшләп килә. Әле унда унынсы класс уҡыусылары хәрби әҙерлек үтә. Сафта йөрөү, атыу ҡоралын ҡулланыу, парашют менән һикереү, техниканы өйрәнеү кеүек күнекмәләр уҙғарыла. Парк эшлөй башлағандан алып 4 меңдән ашыу үҫмер беренсел хәрби эш алымдарын үҙләштергән. Киләсәктә хәрби әҙерлек үтергә килеүселәр бермә-бер артасаҡ. Радий Хәбиров ҡунаҡтарҙы яңы төҙөлөштәр, паркты киңәйтеү планы менән таныштырҙы.

Әле «Авангард» уҡытыу-методика үҙәгендә ДОСААФ-тың сираттан тыш конференцияһы уҙа. Абруйлы ҡунаҡтар унда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, йәмғиәт алдында йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү буйынса етди бурыс ҡуйылыуын билдәләне. Радий Хәбиров әйтеүенсә, ДОССАФ-тың Башҡортостан буйынса бүлеге был йәһәттән әүҙемлек күрһәтә һәм ҙур терәк булып тора.

Рәсәй Оборона министрының беренсе урынбаҫары Руслан Цаликов Радий Хәбировҡа хәрби әҙерпек мәктәбен үҫтереүгә һалған тырышлығы өсөн рәхмәтен белдерҙе һәм «Патриот» паркы илдә иң яҡшылар иҫәбендә булыуын әйтте. Һуңынан ҡунаҡтар паркта исемле ағастар ултыртты.

Волна
Акции БСТ