Милли музейҙа Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 78 йыллығына арналған күргәҙмә асылды

«Башҡортостан генералдары». Милли музейҙа ошондай исем аҫтында Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 78 йыллығына арналған күргәҙмә асылды. Экспозиция республиканың маршалдары, генералдары һәм адмиралдарына арналған.

Унда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Миңлеғәле Шайморатов, Таһир Күсимов, Яҡуб Чанышев һәм башҡа хәрбиҙәрҙең шәхси әйберҙәрен, хәрби кейемдәрен, орден- миҙалдарын күрергә мөмкин. Күргәҙмәнең тәүге көнөндә тарихи шәхестәр менән мәктәп уҡыусылары танышты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ