Йәшлек йәшен йәшнәтер! Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында асыҡ ҡала балалар-үҫмерҙәр медиафестиваленә йомғаҡ яһалды.
«Йәшлек йәшен йәшнәтер» медиафестивале быйыл етенсе тапҡыр ойошторола. 2015 йылда уҡыусыларҙың ижади ҡарашын үҫтереү, һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатында ойошторола башлаған конкурс тәүге осорҙа ҡала кимәлендә генә уҙғарылһа, хәҙер республика ҡала-райондарынан да, илдең башҡа төбәктәренән дә балалар ҡатнаша. Йәғни, конкурстың статусы күтәрелә, даирәһе киңәйә.
Быйыл медиафестивалгә 7 номинация буйынса 400-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Улар араһында телевидение, радио репортаждары ла, музыкаль клиптар ҙа, фотоһүрәттәр ҙә, публицистика материалдары ла бар.
Еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары, конкурс бағыусылары әҙерләгән бүләктәр тапшырылды. Сараны Өфөнөң балалар ижади төркөмдәре әҙерләгән концерт номерҙары биҙәне. Ойоштороусылар билдәләүенсә, йыл һайын медиафестивалдә ҡатнашыусылар арта. Шул уҡ ваҡытта кимәл дә күтәрелә, уҡыусылар заман технологияларын да әүҙем ҡуллана.



