Быйыл иртә культуралар 2 миллион 170 мең гектарҙы биләй. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ужым, ҡара бойҙай һәм борсаҡ майҙандары арттырыла, шулай уҡ майлы культуралар һәм шәкәр сөгөлдөрө күберәк сәселә. Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов һөйләй.
Дәүләкәндә быйыл 44 меңдән ашыу гектар ер сәселә. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рафаэль Әхмәтйәнов әйтеүенсә, хужалыҡтар юғары табышлы культураларға өҫтөнлөк бирә.







