Бының өсөн 400-ҙән ашыу майҙансыҡ әҙерләнгән. Халыҡ-ара патриотик акция барышында мәктәптәр, юғары һәм урта уҡыу йорттары, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаларында тест һорауҙарына яуап бирәләр. Бынан тыш, һәр кем диктантпобеды.рф сайтында онлайн ҡатнаша ала. 45 минут дауамында Бөйөк Ватан һуғышы тарихына бәйле 25 һорауға яуап бирергә кәрәк. Яҡшы һөҙөмтә күрһәткән абитуриенттар юғары уҡыу йортона ингәндә льготаға эйә була. Былтыр “Еңеү диктанты” акцияһында 207 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.




