Археология һәм этнография музейында үҙенсәлекле күргәҙәмә менән танышырға була. Уны Мәскәүҙән Пушкин исемендәге дәүләт һынлы сәнғәт музейы тәҡдим итә. Тупланмала 19-сы быуат аҙағында һәүәҫкәр археолог Генрих Шлиман тапҡан боронғо Троя ҡалаһынан экспонттар күрһәтелә. Этнологик тикшеренеүҙәр институты ғилми хеҙмәткәре Александр Колонских һөйләй.
“Троя алтыны” күргәҙмәһе Өфөлә Археология һәм этнография музейында 23 июлгә тиклем эшләй.







