Өфөлә Донбасс, Мариуполь һәм Луганскиҙан күсеп килеүселәр өсөн күңелле ял ойошторолдо

Өфөнөң «Элемтәсе» лагерында урынлашҡан ваҡытлыса йәшәү үҙәгендә Донбасс, Мариуполь һәм Луганскиҙан күсеп килеүселәр өсөн саф һауала күңелле ял ойошторолдо. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы Ғафури районы Йәштәр советы менән берлектә бында йәшәүсе балаларға ҡыҙыҡлы уйындар, ярыштар үткәрҙе.

Конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы - тәмле туңдырма менән һыйланды. Балалар йәнһүрәт геройҙарын да оҡшатты - улар менән бергә йыр-бейеүҙәр башҡарып күңел асты. Ойоштороусылар тарафынан шулай уҡ гуманитар ярҙам да күрһәтелде: уҡыусы балаларға канцелярия тауарҙары, йәш әсәләргә балалар кейеме һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тапшырылды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ