Өфө фән һәм технологиялар университетында йәш хәбәрселәр фестивале уҙҙы

Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында йәш хәбәрселәр фестивале уҙҙы. Сараға республика мәктәптәре һәм колледждарынан 50-нән ашыу уҡыусы саҡырылғайны. Улар барыһы ла уҡыу йортоноң журналистика кафедраһы ойошторған ижади конкурстар һәм олимпиадалар еңеүселәре.

Фестиваль сиктәрендә уҡыусыларға уҡыу йорто студенттары һәм республика матбуғат саралары вәкилдәре менән яҡындан аралашыу мөмкинлеге тыуҙырылды. Яҙма эштәр конкурстары еңеүселәренә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Йәш хәбәрселәр студенттар көсө менән әҙерләнгән концерт программаһын ҡараны, «Заман журналисы ниндәй булырға тейеш?» тигән түңәрәк өҫтәл артында фекер алышты. Фестиваль ҡунаҡтары өсөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Тамыр» телеканалына экскурсия ойошторолдо.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ