Махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтҡан бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәре, водителдәргә бөгөн дәүләт наградалары, рәхмәт хаттары тапшырылды.
Ирекмән табиптар, шәфҡәт туташтары, водителдәр өс ай дауамында Луганск халыҡ республикаһында була. Декабрҙән апрелгә тиклем Башҡортостан белгестәре яралы хәрбиҙәрҙе дауалай, урындағы халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтә.
Республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән ирекмәндәрҙе Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин ҡотланы. Ул үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһендә эшләп ҡайтҡан белгестәргә Маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы, фиҙәҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡортостанда ирекмәндәр хәрәкәте әүҙем эшләй, табиптар һәм шәфҡәт туташтары махсус хәрби операция биләмәһенә даими юллана.






