Өфөлә колоректаль хирургия буйынса төбәк-ара форум эш башланы

Ике көн даумында үтәсәк сарала Рәсәй төбәктәренән 45 юғары квалификациялы белгес , шул иҫәптән Ҡаҙағстан вәкилдәре лә ҡатнаша. Фекер алышыу барышында Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында йыуан эсәккә әмәлиәт яһау мәлен тура эфирҙа өйрәнеү мөмкинлеге лә булдырылды. Үҙенсәлекле операцияны БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова күҙәтте.

Әмәлиәт өҫтәле артында Алексей Москалев. Ул меңәрләгән пациенттарға йыуан эсәкте зарарлаған ауыр сирҙәрҙән ҡотолорға ярҙам итә. Александр Наумович Рыжих исемендәге милли медицина тикшеренеүҙәре үҙәге онкология бүлеге һәм йыуан эсәк хирургияһы табип-колопроктологы, медицина фәндәре кандидаты Алексей Москалевтың йыуан эсәкккә башҡарған әмәлиәт барышы онлайн форматта күрһәтелде.

Пациент ике йылдан ашыу йыуан эсәгендәге яман шештән яфаланған. Ике ҙур йоҙроҡ дәүмәлендәге шеш ауырыуға тыныс йәшәргә бирмәгән. Температураһы йыш ҡына 39 градусҡа тиклем күтәрелгән. Беренсе этапта был ике ҙур шеште тулыһынса алып ташлаясаҡбыҙ.

Алексей Москалев, А. Рыжих исемендәге милли медицина тикшеренеүҙәре үҙәге онкология бүлеге һәм йыуан эсәк хирургияһы табип-колопроктологы, Мәскәү

Йыуан эсәктә яман шеш менән бәйле һаулыҡ ҡаҡшауы быға тиклем өлкән быуын вәкилдәрендә йышыраҡ күҙәтелһә, хәҙер урта йәштәгеләрҙә лә бындай осраҡтар йыш ҡабатлана, ти белгестәр.

Яман шеш менән яфаланған 67 йәшлек пациент йыуан эсәгенә әмәлиәт лапроскопик ысул менән үтәлде. Әмәлиәт бер-нисә этапта башҡарыласаҡ. Тәүгеһендә эсәк уң яҡтан тышҡа сығарыласаҡ.

Әмлиәт барышында йыуан эсәктәге ике йоҙроҡ ҙурлығындағы яман шеш киҫеп алынды. Пациентҡа ваҡытлыса стома ҡуйылды.

Һуңғы ике йыл эсендә беҙ тап ошо сир менән пациенттарҙың артыуын күҙәтәбеҙ. Ковид -19 инфекцияһы ҡат тамырҙарына зыян итеүҙән тыш, эсәктәрҙә лә яман шештең артыуына килтерә.

Артур Ибәтуллин, БДМУ клиникаһы колопроктология үҙәге етәксеһе, медицина фәндәре докторы

Колопроктология буйынса төбәк-ара форум Рәсәйҙең иң яҡшы табиптарын бер майҙанға йыйҙы. Йыуан эсәк, тура эсәктәге яман шеш эҙемтәләре лә йыш ҡына эсәктән стома сығарыуға сәбәп булып тора. Медицина белгестәре форумда бындай ауырыуҙарҙы социаль реабилитациялау, тиҙерәк аяҡҡа баҫтырыу мәсьәләләрен дә барланы.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ