Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа ремонт башланды

Төбәк операторынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 274 бейек йортта 752 подъезд төҙөкләндерелә. Әле 48 торлаҡта ремонт бара. Комплекслы программаға ярашлы, подъездарҙа ишектәр һәм тәҙрәләр алмаштырыла, беренсе ҡатта иҙәнгә керамик плита түшәлә, диуарҙар буяла, яҡтыртҡыстар, яңы почта йәшниктәре ҡуйыла. Ремонт эшен махсус комиссия ҡабул итә. Унда фатир хужалыры ла индерелә.

Фото №1 - Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа ремонт башланды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ