“Өфө” тигән кәмә һыу аҫтына китте

Балтика флоты диңгеҙ полигонында Башҡортостан баш ҡалаһы атамалы һыу аҫты кәмәһен һынау үткәрелде. Субмарина экипажы 190 метр тәрәнлеккә төшөп бөтә ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәгән, тип хәбәр итәләр Оборона министрлығынан. “Өфө” дизель-электрик һыу аҫты кәмәһе дошман судноларына ҡаршы көрәш, хәрби базаларҙы һаҡлау, разведка өсөн тәғәйенләнә. Субмарина былтыр Рәсәй хәрби-диңгеҙ флоты составына индерелде. 

Фото №1 - “Өфө” тигән  кәмә һыу аҫтына китте
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ