Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәре тыныс һәм эшлекле шарттарҙа үтә. Хужалыҡтарҙың күбеһе, ер эшкәртеү дым ҡаплауҙы тамамлап, иртә культураларҙы сәсеүгә төшкән, шулай уҡ рапс, ҡара байҙай, шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыш орлоҡтары ла ер ҡуйынына һалына. Яҙҙың ҡоро килеүен иҫәпкә алып, ауыл эшсәндәре тупраҡтағы дымдың тамсыһын да һөҙөмтәле файҙаланып ҡалырға тырыша. Миҙгел эштәре менән бергә хужалыҡтарҙа иген келәттәре һәм орлоҡ һаҡлағыстар төҙөлә. Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Дәүләкән һәм Бүздәк райондарында эштәр барышы менән Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов яҡындан танышты.
Ҡырмыҫҡалы районы «Артемида» хужалығында көнбағыш сәсеүлектәрҙең ҙур өлөшөн биләй. Әле лә бында иген культураларын теүәлләп, техник культураларҙы сәсеү башланып тора. Дөйөм алғанда районда яҙғы баҫыу эштәре дәррәү бара.
Былтыр районда 180 мең тонна ашлыҡ урып һуғылған. Был заманса агротехнологияларҙы ҡулланыу һөҙөмтәһе. Әле лә хужалыҡта тупраҡтағы дым юғалмаҫ борон эште тамамлау яҡлылар. Уңышҡа өмөт ҙур, шуға ла хужалыҡта өҫтәмә иген келәттәре төҙөлә.
Ауырғазы районы «Урожай» хужалығы орлоҡ һаҡлау һәм иген киптереү комплексы төҙөлөшөн күптән хәстәрләгән. Әлеге компанияла заманса мегаферма төҙөлөшө дауам итә. Проектҡа инвестициялар күләме 5 миллиард һум самаһы.
Дәүләкән районында Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов «Ғабдрахманов» крәҫтиән-фермер хужалығы баҫыуҙарында туҡталды. Сәсеү эштәре барлыҡ агротехник талаптарҙы үтәп башҡарыла. Ашлама һәм яғыулыҡ-майлау материалдары менән ҡытлыҡ юҡ. Фермер хужалығында иген һаҡлау комплексы төҙөлөшө бара.
Нерал Бүздәк ауыл хужалығы предприятиеһы ла иген һәм орлоҡ һаҡлау комплексын киңәйтә. Объект тулыһынса заман талаптарына яуап бирергә тейеш. Эштәрҙе автоматлаштырыу һәм энергияны һаҡсыл тотоноусы технологияларҙы ҡулланыу ҡарала. Был сара республиканың орлоҡсолоҡ стратегияһын бойомға ашырырға, тимәк республика халҡының аҙыҡ-түлек именлеген дә тәьмин итергә мөмкинлек бирә.
Бүздәк районы «Авилат» агрокомплексында, ҡоролоҡҡа ҡаршы саралар күрелә. Төбәктә иген баҫыуҙарына яһалма һуғарыу системаһы һуҙылған. Уңдырышлы тупраҡта тәбиғәт шарттары мул уңыш алырға ҡамасауламаҫҡа тейеш, тигән фекерҙә хужалыҡ вәкилдәре.
Рафиҡ Әхмәтшин






