Шаран районы «Әһлиуллин» крәҫтиән-фермер хужалығында баҫыу эштәре йылдам бара

Хужалыҡ етәксеһе Азат Әһлиуллин бынан ете йыл элек атаһы Фәнис Әһлиуллин нигеҙ һалған фермер хужалығын үҫтерә. Әле 28 гектар ер һәм ГАЗ-53 машинаһынан башланған хужалыҡтың сәсеүлек майҙандары 1800 гектарға еткән. Машина-трактор паркы сәсеү комплексы, «Агрос» комбайны, «Кировец- 735» тракторы менән яңыртылған. Аграрийҙар «Ульяновск» элиталы бойҙай сортын, Чепелев иҫтәлегенә Вакула арпаһын, май алыу өсөн етен, гәрсис, ужым арышы, көнбағыш үҫтерә.

Бураҙналарға иң тәүҙә люцерна, һуңынан гәрсис ултырттыҡ.Етен менән бергә көнбағыш та сәсәбеҙ.Әлеге ваҡытта арпа 50 гектарҙан ашыу майҙанда ултыртылған. Тиҙҙән иген сәсергә тотонабыҙ.

Азат Әһлиуллин, «Әһлиуллин» крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ