«Берҙәм Рәсәй» партияһы менән Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы проекты ярҙамында ауыл халҡы медицина тикшереүе үтә, анализдар тапшыра һәм тар профилле белгестәр консультацияһын ала. Иглин районында туҡтаған «Сәләмәтлек» поезы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
44 йыл медицина өлкәһендә эшләгән Разия Апулаева ҡан тамырынан анализды күҙ асып йомғансы ала. Әлшәй һәм Иглин райондарында фельдшер- акушерлыҡ пункттарында эшләгән ханымдың быйыл февралдән даими эш урыны - мобиль медицина комплексында.
Көн һайын яҡынса илленән ашыу кеше ҡан тапшыра. Икенсе көнгә уның һөҙөмтәһе билдәле була.
Медицина комплексында Өфө һәм Иглин районы табиптары эшләй. Сираттар ҙур түгел, ауыл халҡын терапевтар, күҙ һәм теш табиптары, кардиолог, эндокринолог, акушер-гинеколог кеүек тар профилле белгестәр күсмә медицина модулендә һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты бүлмәләрендә ҡабул итә.
Табиптарға алдан яҙылырға түгел, паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисы кәрәк. Белгестәр медицина комплексы туҡтаған ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙе генә түгел, һәр кемде ҡабул итә.
Сәләмәтлек поезы быға тиклем райондың Күҙәй, Урман, Красный Восход ауыл советы биләмәләрендә булып, Кәлтә ауылы биләмәһендә ике көнгә туҡтаған. Артабан Ҡалтыман ауылы советы биләмәһенә ҡуҙғала.
Ҡатмарлы сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлауҙа проекттың әһәмиәте ҙур, ти белгестәр. «Сәләмәт республика- сәләмәт төбәк» акцияһы башланғандан алып 16 меңдән ашыу кешелә ҡатмарлы сир билдәләре табылған, уның мең ярымы яман шеш диагнозы.
Рәмилә Исмәғилева



