Бөгөн Бөрө һәм Волковыск ҡалалары араһында телекүпер ойошторолдо. Патриотик сара туғандаш илдәрҙең тарихи хәтерен һаҡлауға һәм йәш быуынды берләштереүгә йүнәлтелгән.
Тәүге тапҡыр ойошторолған осрашыу Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары иҫтәлегенә арналды. Сараның 9 май байрамы алдынан үтеүе айырыуса әһәмиәтле. Сөнки телекүпер үҫеп килгән быуында патриотизм тойғоһо тәрбиәләүгә, тарихи ғәҙеллекте тергеҙеүгә һәм тарихы мираҫты һаҡлауға булышлыҡ итә.
Уҡыусылар алдында Бөрө һәм Волковыск ҡалаларынан Белоруссияны азат итеүҙә ҡатнашҡан ветерандарҙың туғандары сығыш яһаны. Тарихтан билдәле булыуынса, 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда башҡорт һәм белорус полктары Наполеон ғәскәрен тар-мар итеүҙә ҡатнаша, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында иңгә-иң терәшеп илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан азат итә. Башҡортостанда әле 18 мең белорус милләте вәкиле йәшәй. Уларҙың рухи-мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү, туған телдә уҡытыу өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған.
Осрашыуҙа Бөрө ҡалаһы мәктәптәрендә эшләп килгән йәш армиясылар һәм шайморатовсылар ҡатнашты. Патриотик сарала Иглин районының «Сябры» беларусь фольклор ансамбле сығыш яһаны. Ошонда уҡ Бөрө тарих музейының хәрби артефакттар һәм башҡа әйберҙәренән торған күргәҙмә эшләне. Эҙәрмәндәр хәрәкәте ағзалары яу яланында табылған экспонаттар менән таныштырҙы.






