Экстрим яратҡан туристар һыуҙан ағып төшөү миҙгелен башланы. Инйәр, Һаҡмар, Ләмәҙ йылғалары буйҙарында ҡотҡарыусылар дежур итә. “Туристарҙы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ”, - ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгесе Искәндәр Нәсибуллин.
Оҙайлы ялдарҙа туристик фирмалар ҙа сәфәр ойоштора. Уларҙы һайлағанда иғтибарлы булырға кәрәк. Искәндәр Нәсибуллин дауам итә.
Турист төркөмдәре сәфәр тураһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына 10 көн алдан хәбәр итергә тейеш. Онлайн-заявка ла ҡалдырырға мөмкин.







