Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ремонт тәүлек әйләнәһе алып барыла. Әле электрон системала 34,5 мең соҡор күрһәтелгән. Юл хужалыҡтары ҡайнар асфальт ярҙамында ремонт башҡара. Төбәк юлдарында соҡорҙарҙы ямау апрель аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.








