Республикала 4 айҙа янғында 100-ҙән ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән

Йыл башынан торлаҡ йорттар һәм фатирҙарҙа 2 мең 600-ҙән ашыу ут сығыу осрағы теркәлгән. Ял көндәрендә янғын сығыу хәүефе арта. Халыҡҡа уяу булырға һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәңәш ителә. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының идаралыҡ етәксеһе ярҙамсыһы Ленар Вәхитов һөйләй.

Республикала 4 айҙа янғында 100-ҙән ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән

     Ял көндәрендә халыҡҡа урманға сығып усаҡ яғыу тыйыла.30 апрелдән 15 майға тиклем сикләү ғәмәлдә. Был осорҙа урманда даими күҙәтеү ойошторола. Тәртипте боҙған өсөн 50 мең һумғаса штраф һалына.

Фото №1 - Республикала 4 айҙа янғында 100-ҙән ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ